+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
23 Декабрь 2020, 14:19

Ҡыш бабайҙы өйгә саҡырырғамы?

Бығаса декабрь аҙаҡтарында һәр ерҙә Шыршы байрамдары үтә торғайны. Быйыл балалар баҡсаларында ғына уҙғарырға рөхсәт ителде.

Күп атай-әсәйҙәр балаларына Яңы йыл бүләген тапшыртырға Ҡыш бабайҙы өйҙәренә саҡырырға ярата. Әммә был да быйыл хәүефле. Мәскәү һаулыҡ һаҡлау департаменты табибы Светлана Сметанина белдереүенсә, саҡырмау һәйбәтерәк. Коронавирус пандемияһы айҡанлы күп ойошмалар COVID-19 вирусына антиматдәһе булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы өйгә саҡырырға тәҡдим итә. Әммә йоғошло ауырыуҙар табибы әйтеүенсә, улар ҙа хәүефһеҙ була алмай. Сөнки бер фатирға ғына бармайҙар бит, бик күп кеше менән аралашалар. Вирус уларҙың кейеменә, бейәләйҙәренә эләгеүе ихтимал. Шуның өсөн өйгә Ҡыш бабай саҡырыр алдынан ҡат-ҡат уйларға кәңәш итәләр.
Читайте нас: