-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
13 Ғинуар 2021, 18:35

Ҡороғорвирус кәмей, тиҙәр

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова белдереүенсә, COVID-19 инфекцияһы менән ауырыусылар һаны илдең 22 төбәгендә кәмей башлаған, 65-ендә хәл тотороҡлана икән.

Яңы йылдың тәүге ун көнөндә коронавирус менән дауаханаға эләгеүселәр 16 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта Яңы йыл каникулы осоронда был сирҙе асыҡлау буйынса тест үткәреү кимәле лә һаҡланған. Күңелгә бер ни тиклем йылы булып китте лә ул, әммә тынысланырға иртәрәк. Етмәһә һәр йылдағыса грипп килеүе тураһында ла иҫкәртә башланылар.
Әле республикала киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләүселәр һаны былтырғы кимәлдә, тиҙәр Башҡортостандағы ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтендә. Әммә ғинуар аҙағы-февраль баштарында сирләүселәрҙең артыуы, грипп та көтөлә. Әйткәндәй, быйыл халыҡтың 60 проценты грипҡа ҡаршы вакцина эшләткән, был иһә, республиканың баш санитар табибы урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, ауырыу кимәленең ул тиклем юғары булмаҫына ышаныс бирә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, гриптың А һәм В вирустары көтөлә икән.
Фото: интернеттан.
Читайте нас: