+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
14 Ғинуар 2021, 15:37

Шунһыҙ ҡаршы тороп булмай, тиҙәр

Республикала әлегә 7,5 мең кешегә коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләнгән. Ә бөтәһе 2 миллион кешегә яһарға кәрәк, шунһыҙ эпидемияға ҡаршы тороп булмай, тиҙәр.

Беренсе сиратта уҡытыусы, полиция хеҙмәткәрҙәре, табип, социаль хеҙмәткәрҙәргә эшләнә. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эпидемиологы, Башҡорт дәүләт медицина университетының эпидемиология кафедраһы етәксеһе Азат Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, Башҡортостанда 2 миллион тирәһе кешегә вакцина эшләнһә, коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк, шулай итеп кенә коронавирусты туҡтатыу мөмкин буласаҡ.
18 ғинуарҙан Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә күпләп прививка эшләй башлаясаҡтар. Уны ике тапҡыр - икенсеһен тәүгеһенән һуң өс аҙна үткәс, яһатырға кәрәк. Бушлай икәнен дә белеп ҡуяйыҡ.
Читайте нас: