-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
18 Ғинуар 2021, 15:25

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт буласаҡ

Бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә республикала ковидҡа ҡаршы паспорт булдырылыуы тураһында хәбәр ителде.

Был документ коронавирус менән ауырып, антиматдәләре булған кешеләргә һәм дә прививка яһатҡандарға биреләсәк икән. Проект февраль баштарында тормошҡа ашырыла башлай. Ковидҡа ҡаршы паспорты булғандар өсөн өҫтөнлөктәр, ташламалар буласаҡ. Мәҫәлән, концерттарға, спорт ярыштарына инеү өсөн сикләү булмай, мәктәпкә, балалар баҡсаһына ла инергә мөмкин.
Был проекттың төп маҡсаты - иммунизацияны әүҙемләштереү. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡтың күпселеге прививка эшләтмәйенсә, коллектив иммунитет барлыҡҡа килеп, эпидемияны еңеп булмаясаҡ.
Читайте нас: