+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
10 Февраль 2021, 16:36

Битлек кейеү мотлаҡ түгел

Ҡайҙа, тиһегеҙме? Беҙҙең республикала түгел. Рәсәйҙең бер төбәгендә 12 февралдән битлек кейеү мотлаҡ һаналмаясаҡ.

Удмуртия етәксеһе Александр Бречалов тура эфир ваҡытында халыҡтың һорауҙарына яуап биргәндә ошо турала белдергән. Шул уҡ ваҡытта ул бығаса коронавирус менән ауырымаған һәм уға ҡаршы вакцинаның беренсе йәки икенсе компанентын алған кешеләргә һаҡланырға, йәмәғәт урындарында, транспортта битлек кейергә кәңәш биргән.
Удмуртияла был аҙымды яһауҙарын сирлеләр һанының кәмеүе менән аңлаталар. Мәҫәлән, 21 ғинуарҙа бер тәүлектә 190 яңы осраҡ теркәлһә, 2 февралдә 90 булған. Пандемия башланғандан бирле был төбәктә 26 мең 400 кеше коронавирус йоҡторған, 541-е ошо сирҙән вафат булған.
Читайте нас: