+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
17 Февраль 2021, 15:25

Ауырыусылар күп

Республикала киҫкен респиратор вируслы ауырыу йоҡтороусылар күбәйгән. Үткән аҙнала 27 мең 52 кеше сирләгән. Ауырыусыларҙың 55 проценты - 17 йәшкә тиклемге балалар.

Был - эпидемиологик сиктән 18,9 процентҡа артып киткән тигән һүҙ. Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә парагрипп, аденовирусы, риновирусы и метапновирус, шулай уҡ грипп вирусы ла табылған.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы һаҡланыу сараларын үтәргә саҡыра. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында бик йөрөмәҫкә, сир билдәләре булған кешеләр менән аралашмаҫҡа тырышырға кәрәк. Битлекте былай ҙа сискәнебеҙ юҡ инде. Ҡулдарҙы һабынлап йыуып, танау ҡыуышлығын сайҡатып тороу файҙалы. С витаминына бай ризыҡтартарҙан, һуған, һарымһаҡтан өҙөлмәгеҙ. Һыуыҡ тейҙермәҫкә, өшөмәҫкә! Ауырый башлаһағыҙ, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк.
Фото: infourok.ru
Читайте нас: