Операция 14 йәшлек малайҙың бөйөрөнә Рәсәй Фәндәр академияһының корреспондент-ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов етәкселегендә эшләнгән. Гидронефроз тигән диагноз ҡуйылған булған. Докторҙар әйтеүенсә, робот техникаһын ҡулланыу бәләкәй генә тишемдәр ярҙамында юғары теүәллек менән ҡыҫҡа ваҡытта операция яһау мөмкинлеген бирә. Был - хирургияла яңы кимәл.