Был бер-ике айҙан һуң һиҙелә.Әммә ҡурҡып ҡалмағыҙ. Глеб Глебов тыныс булырға саҡыра. Ныҡ ҡойолһа ла, кеше сәсһеҙ ҡалмаясаҡ, ти ул. Ҡойолғандары урынына яңылары үҫеп, бер нисә айҙан барыһы ла элекке хәленә ҡайтасаҡ. Табип менән кәңәшләшеп, организмды нығытыу өсөн кәрәкле витамин, минералдар ҡулланырға кәрәк. Фолий кислотаһы, тимер, В12 витамины тейешле кимәлдә булырға тейеш. Шулай уҡ, табип әйтеүенсә, Д3 витамины ла ярҙам итәсәк. Сәсте дауалаусы шампунь менән йыуыу, файҙалы майҙар менән маска эшләү һәйбәт һөҙөмтә бирә.