Был йәһәттән балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн беҙҙең «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре бик күп саралар ойоштора. Мәҫәлән, «Иң матур, иң шәп балалар уйыны өсөн уңайлы ҡышҡы майҙансыҡ» конкурсы үткәрелде. Бында бөтә төркөмдәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Уларға тәрбиәселәр ҙә ҡушылды, атай-әсәйҙәр ҙә йәлеп ителде.
Бәйге юғары кимәлдә уҙҙы, айырыуса өлкән төркөм балалары ҙур әүҙемлек күрһәтте. Майҙансыҡтарҙа төрлө һындар, физик күнекмәләр, хәрәкәт уйындары өсөн кәрәкле ҡоролмалар барлыҡҡа килде. Бындай урында балаларға уйнауы ла бик күңелле һәм файҙалы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар саф һауаға сығып, һаулыҡтарын нығыта. Атай-әсәйҙәр ҙә был конкурстың ҡыҙыҡлы, балалар өсөн бик тә кәрәкле икәнен күреп, ҡәнәғәт ҡалды.
Баһалама төркөмө ағзалары – балалар баҡсаһы етәксеһе Альбина Риф ҡыҙы Әсмәндийәрова һәм өлкән тәрбиәсе Александра Павловна Кузьмина бөтә майҙансыҡтарҙы ла билдәләп үтеп, төрлө номинацияла баһа бирҙе. Бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.
«Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.