+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
17 Марта 2021, 06:12

«Йылмайыуың менән ғорурлан!» флешмобына ҡушылығыҙ

Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө уңайынан республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы менән берлектә «Йылмайыуың менән ғорурлан!» флешмобын ойоштора. Ул уҡыусыларҙың стоматологик сәләмәтлегенә иғтибар бүлеү, ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын иртә асыҡлау, дауалау һәм иҫкәртеү маҡсатында үткәрелә.

Әлеге сараға ярашлы, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы дәрестәре, һүрәттәр, плакаттар конкурстары, теш һаулығы буйынса викториналар, матур һәм сәләмәт йылмайыу бәйгеләре, күңелле уйындар, анкета тултырыуҙар уҙасаҡ. Теш табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре консультациялар бирәсәк, лекциялар уҡыясаҡ. Сара флешмоб менән тамамланасаҡ. Унда ҡатнашыусыларға #WOHD21; #ЗдороваяУлыбкаБашкортостана хэштектарын ҡулланыу тәҡдим ителә. Флешмобта иң әүҙем ҡатнашҡандар министрлыҡтың Рәхмәт хаттарын һәм ҡатнашыу сертификатын аласаҡ.
Читайте нас