+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
18 Марта 2021, 03:30

Тағы ла «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы башлана

Республикабыҙҙа 19 апрелдән тағы ла «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт ала. Өфөнән алты автопоезд райондарҙағы ауылдарға юлланасаҡ. Улар күсмә сәләмәтлек үҙәктәрен, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, мобиль флюорографияларҙы, маммографияларҙы үҙ эсенә ала. Медицина бригадаһына республика һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының белгестәре индерелгән. Әле маршрут картаһы булдырыла.

– Һәр йыл һайын һәр автопоезд 5 – 10 районда булыуы теүәл билдәле. 26 ғинуарҙан Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы күсмә дауалау-диагностика комплексы Кушнаренко, Бүздәк, Ишембай райондарында һәм Нефтекамала булғайны. Белгестәр 1 меңдән ашыу пациенттарҙы ҡараны, – тип белдерҙе «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә вице-премьер, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Уның һүҙҙәренсә, 2021 йылда 930 меңдән артыҡ өлкән кеше диспансеризацияға йәлеп ителәсәк. Тәүге медицина тикшереүе этабын 105 меңдән ашыу халыҡ үткән. Уның һөҙөмтәһе буйынса пациенттарҙың 2 проценты өҫтәмә тикшереү үтергә ебәрелгән, тағы ла шул тиклеме – шифахана-курорт дауаланыуына, 69 кеше дауаханаға һалынған.
Читайте нас