+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
25 Марта 2021, 10:16

Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ

Ҡайһы бер кеше саҡ ҡына ашаһа ла, таҙара. Ә быға нимә сәбәпсе икән, уйлап ҡарағанығыҙ юҡмы?

Гарвард ғалимдары әйтеүенсә, теләһә ниндәй шәрбәтле, газлы минераль эсемлектәр ҙә кеше гендарына кире йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә, был һимереүгә килтерә. Газлы һыуҙы даими эсһәң, организмда матдәләр алмашыныуы боҙолоу өсөн бер ай ваҡыт етә. Ҡанда глюкозаны күтәреп, шәкәр сире килтереп сығарыу ҡурҡынысы ла бар. Әгәр ҙә газлы эсемлектәрҙе бик йыш ҡулланһаң, бәйлелек барлыҡҡа килә, был һыуҙы эскәндән эске генә килеп тора,ә һыуһын ҡанмай. Ашҡаҙан системаһына ғына түгел, хатта йөрәк-ҡан тамырҙарына ла зыян килә. Бына шулай, дуҫтар, газлы һыуҙа, сәйнәй торған кәнфиттәрҙә шәкәр артыҡ күп, етмәһә, уларҙы йыш ҡулланыу кариесҡа ла килтерә, ә химик буяуҙары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Фото: Яндекс.Дзен
Читайте нас