Эпидемиологик хәлдең киҫкенләшеүе көтөлгәндә, халыҡҡа һаҡланырға кәңәш ителә. Битлек кейеү, кеше күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышыу, дөрөҫ туҡланыу, С витамины булған ризыҡтарҙы, һуған, һарымһаҡты ҡулланыу, ҡулдарҙы йыуып ҡына тороу - был ҡағиҙәләрҙе яттан беләбеҙ инде. Сирләмәҫкә тырышайыҡ, һаҡланайыҡ.