+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
21 Апреля 2021, 06:00

Ике тапҡыр тест бирәсәктәр

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының 21 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Ер шарында коронавирус йоҡтороусылар һаны 141,7 миллионға еткән. Иң күп сирләүселәр - Америка Ҡушма Штаттарында һәм Һиндостанда.

Ҡороғорвирустан бөтәһе 3 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Был вирус әле һаман сигенмәй әле.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талап итеүенсә, 21 апрелдән Танзаниянан һәм Төркиәнән беҙҙең илгә ҡайтыусылар 5 көн эсендә ике тапҡыр коронавирусҡа тест бирәсәк. Ә 1 майҙан сит илдәрҙән ҡайтыусы һәр кем әлеге кеүек бер түгел, ике тест тапшырасаҡ. Уларҙың араһы 24 сәғәттән кәм булмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, Танзания һәм Төркиә менән авиабәйләнеш 15 апрелдән 1 июнгә тиклем сикләнде, был ул илдәрҙәге коронавирус менән бәйле эпидемиологик хәлдең насарайыуы менән аңлатыла. Туристарҙы махсус рейстар менән ҡайтаралар.
Читайте нас