+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
28 Апрель 2021, 12:52

Поликлиникалар байрам көндәрендә лә эшләйәсәк

Республикабыҙҙың медицина учреждениелары граждандарҙы ял һәм байрам көндәрендә лә ҡабул итәсәк, уларҙың эш графигы ла төҙөлгән. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

1 – 10 һәм 13 май, Ураҙа байрамында, клиникаларҙың стационар бүлексәләре тәүлек әйләһенә эшләй, пациенттарҙы дауалауға һалыу план буйынса алып барыласаҡ.
Байрам ваҡытында тиҙ ярҙам, травмпункттар һәм дежур медицина хеҙмәте көсәйтелгән режимға күсә.
30 апрель медицина учреждениеларында эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
1 майҙа дауалау учреждениеларының эш графигы – иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем. Табиптар көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем өйгә саҡырыуҙарға ла йөрөйәсәк. Ошондай график менән медицина учреждениелары 3, 8,10 һәм 13 майҙа ла эшләйәсәк.
2 һәм 9 майҙа Башҡортостанда коронавирустан вакцина эшләтергә мөмкин. Прививка пункттары иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем асыҡ буласаҡ.
4-енән 7 майға тиклем дауаханалар һәм поликлиникалар эш көндәрендәге кеүек график менән эшләй. 12 майҙа эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Фото: https://sterlegrad.ru/ сайтынан.
Читайте нас: