+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Вакцина эшләт тә кисәгә рәхим ит

Башҡортостанда коронавирус кәмейме? Вирус һаман да бөтөргә уйламай. Үткән тәүлеккә ҡарата һандар ҡыуандырмай: тағы 91 кеше сирҙе йоҡторған.

Республикала ковид-19 менән ауырыусылар һаны 36 мең 407-гә еткән, үлеүселәр - 476 кеше. Әле 1 мең 951 кеше ауырый.
Башҡортостанда 201 мең 783 кеше коронавирустан ике вакцинаны ла эшләткән.
Әйткәндәй, тиҙҙән балалар баҡсаларында, башланғыс синыфтарҙа һаубуллашыу кисәләре буласаҡ. Атай-әсәйҙәргә бөгөнгө эпидемиологик хәлдә байрамға инергә яраймы? Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин вакцинаның тәүге этабын үткән йәки вирусҡа ҡаршы антиесеме юғары кимәлдә булған өлкәндәрҙе кисәгә индерергә тәҡдим иткән. Республика Башлығы быны, ғәҙел талап, тип белдергән һәм коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарға ошоға ярашлы үҙгәрештәрҙе өҫтәргә ҡушҡан.
Фото: Яндекс.Дзен
Читайте нас: