-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нимә ул фагоциттар?

Кеше организмын бер дәүләт менән сағыштырып була.

Сөнки унда ла идара итеү үҙәге бар – мейе һәм нерв системаһы. Эшсе органдарына йөрәк, үпкә, бауыр инә. Ә «дәүләт»тең граждандары булып кеше органдарының туҡымаларынан барлыҡҡа килгән күҙәнәктәр хеҙмәт итә.
Ниндәй дәүләт һалдаттарһыҙ булһын! Әгәр ҙә дошман ябырылһа? Инфекция? Йә булмаһа, аяғыңа шырау ҡаҙалды, ти? Бына шул ваҡытта организмыңдағы «һалдаттар» һаҡта тора ла инде, улар – фагоциттар (бактерияларҙы йотоусы күҙәнәктәр). Тимәк, һаулыҡ өсөн бик кәрәклеләр.
Улар лейкоциттарға (ҡандың аҡ күҙәнәктәре) ҡарай, сөнки эритроциттарҙан (ҡандың ҡыҙыл күҙәнәктәре) айырмалы рәүештә, аҡ төҫтә икән үҙҙәре.
Фагоциттар кеше организмында һалдат ролен үтәп кенә ҡалмай, шулай уҡ полиция, янғын һүндереүсе, санитар булып та хеҙмәт итә. Әле генә берәй ерҙә ауырыу тыуҙырыусы микроб йә булмаһа сит-ят есем барлыҡҡа килә икән, улар тиҙ генә шунда юллана. Сөнки был урында ҡан тамырҙары киңәйеп, көбөнөң үткәреүсәнлеге арта. Фагоциттар уның аша тиҙ генә үтеп инә лә көрәш башлай.
Лейкоциттар инфекцияны ҡамап алып эшкәртә инде. Ә был ваҡытта иҫкеләре урынына яңынан-яңы лейкоцит-һалдаттар үтеп инеп кенә тора. Был эш микробты тамам еңгәнгә тиклем дауам итә.
Беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ, әгәр ҙә ваҡытында шырауҙы тартып алһаҡ та, шул ер эренләп, шешеп тора. Сөнки мик­роб­тар тарҡалғанда ағыулы матдәләр бүлеп сығара – токсиндар. Ә улар лейкоциттарҙы юҡҡа сығарырға маташа. Тик көрәш ваҡытында ике яҡ та зыян күрә, әммә барыбер микробтар еңелә. Бер аҙ ваҡыттан һуң шеш ҡайта, уның урынында яңы тире барлыҡҡа килә.
Әгәр ҙә кеше ауырығанда организмда инфекция бик көслө булһа, лейкоциттарҙың күләме ҡанда икеләтә артып китә. Уларҙың кимәле – хәлдең торошон күрһәтә. Бына ни өсөн ниндәй ҙә булһа ауырыуҙы асыҡлағанда тикшереү ҡанда­ғы лейкоциттар анализынан башлана.
Фото: fb.ru
Читайте нас: