Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Сәләмәт ауыл – 2021» акцияһы иғлан ителгәс, Күгиҙел халҡы был ярышта ихлас ҡатнашты. Шул айҡанлы Мунсаҡ тауы янында Күгиҙел – Һәмән марафоны ойошторолдо. Ярыш 4 йәш төркөмө буйынса барҙы. Иң бәләкәй ҡатнашыусы 5 йәшлек Саян булһа, иң оло ҡатнашыусыбыҙ – 71 йәшлек Сәлимә Яманғолова инәй. Күгиҙел ауылы клубы мөдире Азамат Фазлиәхмәт улы Нарынбаев һәр кем ниндәй аралыҡҡа йүгерергә тейешлеге менән таныштырғас, марафон башланып та китте. Иң беренселәрҙән булып бәләкәй йәштәгеләр араһынан финишҡа Айһылыу Билалова килде. Урта йәштәгеләр араһынан IX cиныф уҡыусыһы Нәҙер Әминев I урын яуланы. Ә иң ҡыҙығы 18 йәштән өлкәндәрҙең ярышы булғандыр. Сөнки улар иң күбе ине, һәр береһе сәмләнеп көс һынашты. I урынға ҡатын-ҡыҙҙар араһынан күрше ауылдан Мәҙинә апай Ғайсина лайыҡ булһа, ир-егеттәрҙән – Нурислам Әминев менән Зәлфәт Кирамовтар.
Был марафонда ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Суфияновтар һәм Әминевтәр үҙҙәрен һынатманы. Уларға махсус приз тапшырылды. Башҡалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Улар миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле приздар алып һөйөндө.
Марафонды ойоштороусы клуб мөдире Азамат Фазлиәхмәт улы Нарынбаевҡа, тормош иптәше Альбина Камил ҡыҙына, ауыл китапханасыһы Әлиә Хәмитйән ҡыҙы Дауытбаеваға ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Сөнки тап ошондай сараларҙа ғына сәләмәтлегебеҙ нығына, ауылдаштар араһында аралашыу тағы ла арта.
Мин Күгиҙелдә тыуып үҫкәнемә сикһеҙ ғорурланам.
Азалиә НАРЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы.