+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уныһы ғына етмәгәйне тағы...

Республикабыҙҙа сит илдән килгән бер ир кешелә малярия сире табылған.

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү ведомствоһы етәсеһе Анна Казак әйтеүенсә, ауырыу Африка яҡтарынан килгән, сир лаборатор рәүештә раҫланған, ауырыуҙың хәле әлегә уртаса. Беҙҙә был беренсе генә осраҡ түгел инде, март айында ғына бер кеше ошо диагноз арҡаһында мәрхүм булды. Ул Занзибарҙа ял иткәндә был яуыз инфекцияны эләктергән икән, ә 2018 йылда Һиндостан һәм Нигериянан ингән ике осраҡ теркәлгән булған.
Һүрәт: medicalxpress.com
Читайте нас: