+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Барефутинг нимә ул?

Әллә ниндәй сәйер көндәр бар инде донъяла. Кисә, мәҫәлән, Ялан аяҡ йөрөү көнө булған икән, белмәй ҙә ҡалғанбыҙ.

Ана шул ялан тәпәй йөрөүҙең файҙаһы тураһында һөйләшеп алайыҡ әле. Аяҡ кейеме беҙҙе йәрәхәтләүҙән, өшөүҙән, бешеүҙән, ауырттырыуҙан һаҡлай, ә уны һалһаҡ, беҙ күберәк файҙалы яҡтарын да күрәбеҙ икән. Ҡатаһыҙ йөрөү сустав һәм мускулдарҙағы ауыртыуҙы кәметә, йоҡоһоҙлоҡ, стресс ваҡытында ыңғай тәьҫир итә, имунитетты нығыта, йөрәк тибешен көйләй. Беҙҙең табан аҫтында массаж нөктәләре бар, уларҙың һәр ҡайһыһы билдәле бер орган өсөн яуап бирә. Ялан аяҡ йөрөгәндә, ана шул нөктәләргә массаж яһаған кеүек була ла инде. Әлбиттә, бөтә ерҙә лә ялан тәпәй йөрөү файҙа килтермәй, әйтәйек, кафель йәйелгән иҙән һалҡын булып, һыуыҡ тейергә мөмкин. Көнсығыш медицина белгестәре таш ерҙә оҙаҡ йөрөмәҫкә кәңәш итә, сөнки таш организмдың энергияһын ала. Ә иң ҡурҡынысы – йылытылған иҙән, ти улар. Бындай иҙәндә көнө буйы ялан аяҡ йөрөһәң, сырхауға әйләнергә мөмкин. Сөнки йылы иҙән ҡанды үҙенә тарта, ә был иһә тәндең билдән түбән өлөшөндә ҡан йыйылыуға, төрлө ауырыуҙарға килтереүе мөмкин. Ә ҡайҙа ғына йөрөргә була һуң, тиерһегеҙ. Иң яҡшыһы – ағас иҙән һәм ер, тик бер-ике минут эсендә әллә ни файҙа алып булмай, насар энергияңды сығарыр өсөн кәмендә 40 минут йөрөргә кәрәк.
Европала ялан тәпәй йөрөүҙе барефутинг тип йөрөтәләр. Хәҙер уның файҙаһы тураһында белгәс, һеҙ ҙә барефутинг менән шөғөлләнә башларһығыҙ, шулай бит?
Фото: mamaplus.md
Читайте нас: