+29 °С
Облачно
VKOKTelegram

Өфө мэры "Уҙыш.РФ" ярыммарафонында 10 километр араға йүгерҙе

Кисә илебеҙҙең 85 ҡалаһында бер үк ваҡытта 150 меңдән артыҡ кеше иртәнге сәғәт 9-ҙа ярыммарафонда старт алды.

Ә баш ҡалабыҙ Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап ике меңдән артыҡ кеше үҙҙәре һайлаған аралыҡ буйынса үтте. Йүгереүселәргә 21,1, 10 һәм 5 километр арауыҡты үтеү ҡаралғайны, ә балалар өсөн махсус 1 километрлыҡ ҡына трасса әҙерләнгән, унда балалар ата-әсәләре менән йүгерҙе. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков, Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Батталова менән Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусы иҫтәлеккә Өфө символы төшкән футболка, сувенир, ә финиш һыҙығында миҙал алып ҡыуанды. Был сара “Демография” милли проектының спортты үҫтереү һәм таратыу йүнәлеше буйынса 2017 йылдан башлап йыл һайын уҙғарылып килә. Ә 2020 йылда Гиннестың рекордтар китабына “Бер үк ваҡытта күп ҡалаларҙы берләштергән ярыммарафон” тигән яҙма ла теркәлде.
Читайте нас