-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Их, тәмле туңдырма!

Кем генә яратмай икән туңдырманы?! Бигерәк тә йәйге эҫелә.

Көнөнә хатта бер нисәүҙе ашап ҡуябыҙ. Ысынлап та, туйғансы һыйланып ҡалайыҡ. Ҡышҡы һыуыҡта туңдырма ашау бер аҙ шөрләтә бит: йә тамаҡ ауыртып ҡуйыр. Ә бына эҫе ваҡытта пломбир һәм эскимо һаулыҡ өсөн файҙалы икән. Хатта табиптар ҙа шулай ти. Әлбиттә, ваҡ ҡына ҡабымдар менән ашарға кәрәк. Шул рәүешле тамаҡты сыныҡтырыу ауырымаҫ өсөн бик һәйбәт.

Туңдырма организмды кальций, липидтар, протеин, минерал, аминокислоталар һәм башҡа күп матдәләр менән байыта. Тағы бер үҙенсәлеге – тәбиғи һөт йәки һөт өҫтөнән яһал­ған тәмлекәс нервы көсөргәнешлеген бөтөрә һәм тынысландыра. Быны француз тикшеренеүселәре тәжрибәһенән сығып әйтергә мөмкин. Пломбирҙа триптофан аминокислотаһы бар. Нәҡ ул серотонинды, йәғни бәхет гормонын эшкәртеүҙә булышлыҡ итә. Туңдырма йоҡоно ла яҡшырта. Ғөмүмән, ул антидепрессант булараҡ билдәле. Ғалимдар әйтеүенсә, был һалҡын ризыҡты ашау мейегә яратҡан музыкаңды тыңлағандағы, һәйбәт кеше менән һөйләшкәндәге ке­үек тәьҫир итә икән.

Бына шулай, дуҫтар. Тик туңдырманың тәбиғи һөттән яһалғанын ғына ашағыҙ, ҡал­ғандары, киреһенсә, зыянлы булыуы ихтимал.
Читайте нас: