+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң файҙалы аҙыҡтар

Донъя диетологтары ҡайһы туҡланыу аҙыҡтары кеше организмы өсөн бигерәк тә файҙалы тип бәхәсләшеүен дауам итә. Һуңғы йылдарҙағы тикшеренеүҙәр буйынса ошолар иң-иңдәре тип табылған.

Еләктәр

Ғалимдар фекеренсә, еләктәр беренсе урынды биләй. Бигерәк тә ҡара һәм күк көртмәле ныҡ файҙалы. Йөрәк, тамыр, аш һеңдереү системалары эшмәкәрлеген яҡшырта. Шәкәр диабеты, һимереүҙән яфаланғандар өсөн дә алыштырғыһыҙ аҙыҡ. Ни өсөнмө? Холестерин, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметергә ярҙам итәләр.


Сәтләүектәр


Сәтләүектәр организм өсөн талап ителгән күп витаминдар, минералдар, аҡһымдар, майҙарға бик бай. Уларҙы көн һайын туҡланыу рационына индереү – йөрәк, ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, анемия, күҙ ауырыуҙарынан иҫкәртеү ҙә ул. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә, хәл булмағанда көс бирә.


Һуған һәм һарымһаҡ


Организмдың иммун системаһын нығытыу йәһәтенән бик яҡшы тәьҫир итәләр. Һалҡын тейҙергәндә микроб­тарҙың таралыуына юл ҡуймайҙар. Күп балалар яратып еткермәһә лә, һәр кем уларҙың файҙаһы хаҡында яҡшы белә.


Ҡуҙаҡлылар


Ҡуҙаҡлыларға нимәләр инәме? Эре борсаҡ, соя, ноҡот борсағы, борсаҡ. Уларҙың составында аҡһымдар күп. Шәкәр диабеты, атеросклероз, һимереү, аш һеңдереү системаһы, бөйөр, бауыр ауырыуҙары менән сирлеләргә яҡшы дауа ла улар. Нервы системаһы ҡаҡшағандарға тынысланырға, үҙеңде ҡулда тоторға ла булыша.


Емештәр


Емештәрҙе даими ҡулланып, организмыңды витаминдар менән байыта алаһың. Уларҙан иң файҙалыһы булып алма һанала. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау йәһәтенән дә. Йөрәк, ҡан тамырҙары, аш һеңдереү, һейҙек бүленеү, иммун системалары өсөн, тире ауырыуҙарына ҡаршы кәрәкле. Холес­терин, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеп, рак күҙәнәктәре үҫеүен яйлата. Киви, хөрмә, ананас, гранат, өрөк, банан, авокадо, манго ла – иң файҙалы емештәр.


Йәшелсәләр


Йәшелсәләрҙән шпинат менән салат япрағы витаминдарға байлығы буйынса тәүге урынды биләй. Унан кәбеҫтә менән кишер килә. Кәбеҫтәнең тоҙланғаны ла, яңыһы ла файҙалы. Улар иммун сис­темаһын яҡшыртыу йәһәтенән күп ауырыуҙарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә.


Диңгеҙ байлыҡтары


Иң файҙалыларынан балыҡ иҫәпләнә. Ниндәйҙәреме? Һөмбаш, тунец, сардина. Ҡан тамырҙары системаһына, йөрәккә яҡшы йоғонто яһай. Ашҡаҙан, биҙ, артыҡ ауырлыҡ менән яфаланыу­сыларға ла ашарға кәңәш ителә. Мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, йәрәхәтте тиҙ уңалта, рак күҙәнәктәре үҫеүенә ҡаршы тора.


Йомортҡа


Аҙнаһына биш йомортҡа ашарға тәҡдим ителә. Кеше организмын таҙарта, холестерин һәм башҡа зыянлы матдәләрҙе сығара, майҙы ҡыуа. Мускулдар, ашҡаҙан, эсәктәр, нервы системаһы өсөн дә һәйбәт. Яман шеш ауырыуҙары барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймаусы ла.


Һөт


Һөттә кальций булғанлыҡтан, уны эсеү һөйәктәрҙе, теште, сәсте нығыта. Зыянлы эштә эшләүселәргә юҡҡа ғына уны ҡулланырға ҡушмайҙар. Төрлөсә ағыуланғанда ярҙам итә. Шулай уҡ анемия, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан да файҙалы. Аппетитты ла аса.


Йәшел сәй


Мөғжизәле эсемлек ул. Бик күп ауырыуҙарға дауа. Атеросклерозға, шәкәр диабетына, гипертонияға, күҙ сирҙәренә… Ҡартайыу процесын яйлата. Ҡан тамырҙарын нығытырға ла булыша, ҡан баҫымын төшөрә. Уның составындағы матдәләр организмдың вирустарға, микробтарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, токсик матдәләрҙе, ағыуҙы сығара, рак күҙәнәктәре үҫеүен кәметә.

Читайте нас: