+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алма ашаһаң, бер ҙә ауырымаҫһың

Был емештең составы кеше организмы өсөн файҙалы матдәләргә бик бай. Көн һайын бер генә алма ашап торһаң да, күп сирҙәрҙән ҡотолорға була икән.

Алма ашаһаң, бер ҙә ауырымаҫһың
Алма ашаһаң, бер ҙә ауырымаҫһың

1. Ҡан тамырҙары торошон яҡшырта. Беренсенән, алма диетаһын насар LDL-холестерин яратмай. Шуға был емеште көндәлек туҡланыу режимына индерергә кәрәк. Ҡан баҫымы күтәрелеүенә, инфаркт, инсульт кеүек сирҙәргә ҡаршы көрәшергә, шешенеүҙән ҡотолор­ға, йөрәк эшмәкәрлеген һәйбәтләтергә, ҡан тамырҙарын таҙартырға, варикоз ауырыуҙарынан һаҡланырға ла ярҙам итә ул.
2. Иммунитетты нығыта. Алмала С витамины күп. Һалҡын тейеү миҙгелендә ул – беҙҙең иммунитет өсөн файҙалы сығанаҡ. Әгәр һалҡын тей­ҙергәнһегеҙ икән, һаулыҡты тергеҙеү өсөн бешкән алманан да яҡшыраҡ аҙыҡ юҡтыр.
3. Яман шештән һаҡлай. Ғалимдар әйтеүенсә, антиоксидант сифаттарына эйә булған алма тышындағы флавоноидтар, тағы ла С витамины яман шеш булдырыуға юл ҡуймай. Тикшеренеүҙәр күр­һәтеүенсә, алма яратыусыларҙың 50 проценты үпкә яман шешенән интекмәй.
4. Хәтерҙе лә яҡшырта. Алманы даими ҡулланыу кеше мейеһендәге ацетилхолин кимәлен күтәрә. Был әүҙем биологик матдә мәғлүмәтте һаҡлау барышында ҡатнаша. Әгәр ҙә ул етмәй икән, кешелә Альцгеймер ауырыуы барлыҡҡа килә.
5. Теште нығыта һәм ағарта. Ашағандан һуң теште нисек таҙартырға? Алма ашарға. Емеш уның эмален таҙартырға ярҙам итә, ә кислотаһы кариесты барлыҡҡа килтереүсе бактериялар менән көрәшә.
6. Ҡалҡан биҙҙе яйға һала. Диңгеҙ аҙығы булмаһа ла, алманың орлоғонда йод та бар. Уны ашау ҙа кәңәш ителә. Организмда йод етешмәүен бөтөрөргә ярҙам итәсәк.
7. Нервыны нығыта. Алмала нервы күҙәнәктәре өсөн файҙалы В төркөмө витаминдары ла бар. Тимәк, алма ашарға яратҡандарҙы төшөнкөлөккә бирелеү, хәлһеҙлек йонсотмаясаҡ.
8. Йыйырсыҡтарҙы бөтөрә. Баҡһаң, алма беҙҙең тиребеҙҙең йәш килеш һаҡланыуын оҙайтырға һәм уны шулай тоторға булышлыҡ та итә икән. Әлеге маҡсаттан уны ашау ғына түгел, биткә һылау ҙа яҡшы буласаҡ. Бының өсөн 1 аш ҡалағы иҙелгән алманы ҡаймаҡ һәм зәйтүн майы менән бутап, шуны биткә һылап, 15 минут тоторға кәрәк. Йөҙ бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ.
9. Ябығырға ла ярҙам итә. Бер нисә килограмды ташлау һәм организмды таҙартыу өсөн айына бер нисә тапҡыр алма диетаһы үткәреп алыу ҙа кәңәш ителә. Тик ашҡаҙан ауырыуы менән сирләүселәргә ярамай. Уларға алманы бешкән рәүештә ҡулланыу яҡшыраҡ.
10. Мускулдарҙы нығыта. Америка ғалимдары, алма – мускулдар ҡороуын бөтөрөүсө иң яҡшы сараларҙың береһе, тип иҫәпләй. Был емештең тышында сиргә тәьҫир итеүсе урсол кислотаһы бар. Ул мускул массаһын арттырырға булышлыҡ итә.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: