+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
12 Август 2021, 13:45

Организм өсөн иң файҙалы еләк

Табиптар әйтеүенсә, был еләк каротиндарға, эфир майҙарына, антоцианттарға, антиоксиданттарға, К, Е, һәм Р витаминдарына, дубиль матдәләргә һәм башҡа күп кенә элементтарға бай.

Организм өсөн иң файҙалы еләк
Организм өсөн иң файҙалы еләк

Ҡара ҡарағат имунитетты нығыта, матдәләр алмашыныуын активлаштыра, теш һәм һөйәктәрҙе нығыта, күҙ баҫымын кәметә. Был еләк ҡоро тән тиреһе һәм ҡысытыныуҙан интегеүселәргә лә булыша, компьютер алдына оҙаҡ ултырғандарҙың күҙ арығанлығын бөтөрә һәм йөрәккә уңай йоғонто яһай, ти. Улай ғына ла түгел, еләктә фолий кислотаһы шаҡтай күп, радиацияның кеше организмына йоғонтоһон кәметеүгә ярҙам итә һәм унан ҡурғаш, терегөмөш, токсиндар һәм кобальтны сығара икән. Әлеге бурысты бигерәк тә кипкән еләк-емештән яһалған компоттар башҡара. Бынан тыш, ҡара ҡарағат цистит, язва, цинга, холицистит, ревматоид, артрит, авитаминоз, герпес һәм башҡа ауырыуҙар ваҡытында ла бик файҙалы.

Фото: disota.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: