+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
25 Август 2021, 14:36

Кондиционер сирҙе арттыра

Тышта 35 градус эҫе, бүлмәлә лә тын алғыһыҙ, тәҙрә асыуҙан фәтеүә юҡ. Кондиционерлы биналарға инһәң, рәхәт булып ҡала. Ләкин кондиционерҙың зыянлы икәнен бығаса ла белә инек, әле килеп илдең баш инфекционисы, профессор Владимир Чуланов уның ҡороғорвирусты таратыуҙа ла өлөшө барлығы тураһында белдергән. 

Кондиционер сирҙе арттыра
Кондиционер сирҙе арттыра

 "Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын кәметеү маҡсатында кеше күп йыйылған урындарҙа - магазин, мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында, медицина ойошмаларында, транспортта  кондиционер ҡулланыуҙы кәметергә кәрәк", - тигән ул журналистарға. Тәбиғи елләтеүҙе хуплаған. Кондиционерға ышанып, бүлмәләге һауа алмашынмай. Ә ишек, тәҙрәләрҙе асып елләтеү вируслы өлөшсәләрҙең тупланыуын кәметеп, COVID-19 йоҡтороу хәүефенә юл ҡуймаясаҡ икән.

Былтыр, ҡороғорвирус эҫенән ҡурҡыр ул, тип өмөтләнгәйнек, ул, киреһенсә, аҙа ғына. 25 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала һуңғы тәүлектә тағы 299 кеше сирләүе асыҡланған, 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостанда ҡороғорвирустан үлеүселәр һаны 1 меңдән ашып китте.  

Фото: govoritnotariat.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: