+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
10 Сентябрь 2021, 13:15

Иммунитетың ниндәй?

Иммунитет молекулалар, күҙәнәктәр, биологик реакциялар ярҙамында ауырыуҙарға әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтеп торған күп төрлө эске тәбиғи ғәмәлдәрҙән ғибәрәт.

Иммунитетың ниндәй?
Иммунитетың ниндәй?

Ул булғанға организмда күп микробтар, вирустар, артыҡ күҙәнәктәр үрсеп китә алмай. «Иммунитет» латин телендәге «immunis» һүҙенән килеп сыҡ­ҡан. Боронғо Римда хөкүмәт тарафынан ҡайһы бер йөкләмәнән азат ителгән кешене шулай атағандар.
Иммунитеттың ҡеүәте түбәнәйгән саҡтар була. Был дөрөҫ туҡланмауҙан да. Тирә-йүндәге зарарлы тәьҫир иткән күренештәрҙән дә ҡаҡшай. Тәмәке тартыу ҙа иммунитет менән бәйле сирҙәргә килтерә. Артыҡ көсөргәнештәр ҙә кире йоғонто яһай. Олоғайған һайын ул тәбиғи рәүештә түбәнәйә. Инфекцияны бөтөрөргә тырышып, оҙаҡ антибиотик ҡулланыусыларҙың да иммунитеты ҡаҡшауы мөмкин.
Өшөгән осраҡта ул дөрөҫ эшләмәй. Өҫтәүенә, туң урында күп вирустар тәбиғәттә оҙаҡ һаҡлана, шуға күрә сир йоғоу ихтималлығы ҡала. Шулай ҙа, сынығыу саралары дөрөҫ үтәлгәндә, һалҡынға сыҙамлылыҡты арттырырға була.
Иммунитеттың көсө кәмеһә, кеше хәлһеҙләнә, тиҙ арый, һалҡын тейеү сирҙәре йышыраҡ күҙәтелә. Даими рәүештә йоҡо ҡаса йә баҫа, быуындар, мускулдар ауырта, дауамлы сирҙәр барлыҡҡа килә.
Иммунитетты әүҙем нығытыу өсөн халыҡ медицинаһына ла, фәнни сығанаҡтарға ла ҡолаҡ һалырға кәрәк.
Беренсе сиратта, электән йыш ишетелә торған кәңәштәрҙе иҫкә алмайынса булмай. Сәләмәтлеккә зарар килтерер­ҙәй ғәҙәттәрҙе булдырмаҫҡа, булһа инде, уларҙан ҡотолорға кәрәк. Тәмәкенән баш тартыр­ға өйрәнеү аҡыл үҫеп еткәнлекте күрһәтә. Иммунитет ныҡ булһын өсөн туйғансы йоҡлау талап ителә. «Батырға ла ял кә­рәк», – тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Иртә тороу өсөн иртә ятыу һәйбәт. Әҙ хәрәкәтләнгән кешенең дә иммунитеты ныҡ булмай. Ултырып эшләү ара­һында тороп йөрөп алырға кәрәк.
Әйтеүебеҙсә, ял итмәйенсә арығансы эшләү иммунитетты ҡаҡшата. Тышта саф һауала йө­рөргә кәңәш бирәләр. Әммә бөтә урында ла һауа саф-таҙа булырға тейеш, бүлмә эсендә лә, урамда ла. Ҡай­һы бер осраҡта быға ирешеүе ҡыйын. Мөмкин булған тиклем төтөн һәм туҙан сығарып тор­ған машиналарҙан, заводтар­ҙан йырағыраҡ йәшәү хәйерле.
Организм бер үк ваҡытта бер төрлө эш башҡарылғанды ыңғай ҡабул итә. Режим кәрәк, тигән кәңәш тәртипле булыу өсөн генә түгел, сәләмәтлек өсөн дә мөһим.
Асыулы холоҡ, көнсөллөк тә кешене сирләүсәнгә әйләндерә. Ә бит донъяға ыңғай ҡараш булдырыу күпселек осраҡта үҙебеҙҙән тора. Яртылаш һыу тултырылған стаканға ике төрлө ҡарап була: берәү уның яртыһы буш икәнен иҫбатлай, икенсеһе, яртыһы тулы, ти. Тормоштоң тулылығын да күрергә өйрәнеү кәрәк. Беҙҙең халыҡтың: «Аллаға шөкөр!» – тип әйтеүе йән тыныслығын һаҡлап тота. Бер һөнәр ҡулдан килмәһә, икенсеһе мөмкин дә инде, шул өлкәлә эшеңде яратып башҡар, тәрәнерәк белем ал. Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
Кешеләрҙе яратыу ҙа иммунитетҡа һәйбәт тәьҫир итә. Берәү ҙә икенсеһенә оҡшама­ған, ҡыҙыҡ бит. Быны аңлау үҙеңде лә яратырға мөмкинлек бирә. Тимәк, күңелең күтәренке, эргәләгеләр ҙә йылмая башлай.
«Витаминдар иммунитетты нығытамы?» тигән һорауға ла яуап бирге килә. Әлбиттә. Әммә аптекалағыларын табип ҡушыуы буйынса ғына ҡулланығыҙ, сөнки уларҙың байтағы синтезланған һәм дарыу булып һанала.
Консерванттар, синтетик ҡушылмалар һалынған аҙыҡтар барыһы ла иммунитет өсөн зарарлы икәнен дә онотмағыҙ. Бындай аҙыҡтар кибеттәрҙә шығырым тулы. Һатып алғанда иғтибарлы булмаһаң, әллә ниндәй сиргә тарыуың бар.
Консервантлы аҙыҡтар эсәклектә кеше өсөн файҙалы бул­ған микробтарҙы ла үлтерә. Һөҙөмтәлә, эсәк ауырыуҙары хасил була. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары арҡаһында иммунитет кәмей. Уны нығытам тип, һалҡын һыу менән ҡойоналар, бассейнға, мунсаға йөрөйҙәр. Бындай ысулдар, саралар йо­ҡо туйғанда, кәйеф һәйбәт, тән сәләмәт булғанда ғына фай­ҙа бирә. Өшөгәндән һуң сирләү осраҡтары булмаһын өсөн сынығыу алдынан табип менән кәңәшләшеү кәрәк.
Сирҙәргә ҡаршылыҡты ны­ғытыу өсөн ниндәй генә үҫемлек һәм дарыу тәҡдим итмәй­ҙәр. Уларҙың береһе фәнни яҡтан тикшерелгән, икенсеһенең файҙаһы дәлилләнмәгән булыуы мөмкин. Шуға күрә төрлө төнәтмәләр, дарыуҙар эсер алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.
Иммунитеттың һәйбәт булыуы киләсәк быуын өсөн дә кәрәк. Сәләмәт ата-әсәләрҙең балалары ла һау-сәләмәт ты­уа. Тәмәке тартыу, араҡы эсеү, башҡа төрлө ағыулы матдәләр ҡулланыу балаларҙы зәғифләп, һуңғы сиктә нәҫелде бөтөрөүе лә мөмкин.
Ҡайһы бер сирҙәргә ҡаршылыҡты нығытыу өсөн прививка, йәғни вакцинация эшләү бар. Уларҙың барыһын да бер юлы түгел, ә календарь буйынса ғына, йәшкә ҡарап бирәләр. Прививка табип күр­һәтмәһе буйынса ғына эшләнә.
Үҙебеҙҙе тире һәм тән йәрәхәтенән даими һаҡлаған кеүек, иммунитетты ла һәйбәт хәлдә тоторға өйрәнеү оҙаҡ сирләмәйенсә йәшәргә мөмкинлек бирер.

Марат ХӘЙҘӘРОВ, табип.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: