+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
15 Сентябрь 2021, 10:45

Әгәр бала ковид эләктерһә...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса брифинг үтте.

Әгәр бала ковид эләктерһә...
Әгәр бала ковид эләктерһә...

Һуңғы тәүлектә йәнә 308 кешенең сирҙе йоҡторғаны, 15 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Вирус ҡорбандары 1 326-ға етте. Әле стационарҙарҙа 720 сирле дауалана, 53 кеше ауыр хәлдә, унауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 5 441 ауырыу дауалана.

Тәүлек эсендә 289 сирле һауыҡҡан. Республикала коронавирустан иммунизация дауам итә. Әле вакцинаны тулыһынса 1 100 372 кеше яһатҡан. Сентябрь башында киҙеүҙән прививка эшләү башланды. Күҙаллауҙар буйынса, вирустың ҡатмарлы штаммы көтөлә – А(H1N1) тибындағы вирус. Уның атипик пневмонияны һәм В тибындағы вирус штаммын ҡуҙғытыуы мөмкин. Киҙеүгә ҡаршы вакцина составындағы А тибындағы киҙеүҙең вирус штамдары яңыртылған, В тибындағы вирус штамдары үҙгәрешһеҙ ҡалдырылған. Вакцина - киҙеүҙе иҫкәртеүҙә иң тәьҫирле һәм ышаныслы сара. Йыл һайын штамдар үҙгәрә, ошо нигеҙҙә вакцина ла. Шуға күрә миҙгелгә ярашлы прививканы ҡаҙатырға кәрәк. Республикаға бөгөн өлкәндәр өсөн 1,2 миллион доза вакцина килтерелгән. Балаларҙы иммунизациялау өсөн прививка сентябрҙең икенсе яртыһында килтерелә. Киҙеү осоронда көслө иммунитетҡа эйә булыу өсөн әле иң ҡулайлы ваҡыт.

Брифингта, ғәҙәттәгесә, йыш яңғыраған һорауҙарға яуап бирелде.

– Вакцина яһатҡандан һуң иммунитет көсһөҙләнә, ковид йәки башҡа респираторлы инфекциялар менән сирләү мөмкинме?

– Ысынында прививка иммун яуабы көсөнә тәьҫир итмәй. Индерелгән вакцина менән алынған антиген организмға кергән йөҙ антигендың береһе генә. Беҙ һулаған һауала ғына әллә күпме бактерия һәм вирус бар, улар менән иммунитет минут һайын көрәшә. Иммун системаһын сираттағы вакцина менән көсәйтеү мөмкин түгел, ә бына “хәтер күҙәнәге” ысын вирус менән осрашҡанда сирҙең үтеүен еңеләйтә. Вакцина шуның өсөн кәрәк тә инде.

– Коронавирустан вакцина яһатҡан кешенең сирҙе башҡаларға йоҡтороуы ихтималмы?

– Был мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй. Әгәр ҙә кеше вакцина ҡаҙатҡанға тиклем сирҙе эләктереп өлгөргән булһа, әлбиттә, уның вирусты башҡаларға йоҡтороуы мөмкин.

– Рәсәй вакциналары вирустың төрлө штаммдарынан һаҡлай аламы?

– Эйе, беҙҙең вакциналар донъяның 70-тән ашыу илендә танылған. Улар күп векторлы һәм күп векторлы иммун яуабы алыуға һәләтле.

– Әгәр бала ковид эләктерһә, ата-әсәгә ни эшләргә?

– Балала коронавирус билдәләре күҙәтелһә, тәү сиратта педиатрҙы саҡыртығыҙ. Ул һеҙгә дауалау алгоритмын тәғәйенләр, нимәләр эшләргә кәрәклеген аңлатыр. Әгәр ата-әсә ауырып китһә, был хаҡта мәктәпкә хәбәр итергә һәм карантин ваҡытына дистанцияла уҡыуға ғариза яҙырға кәрәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-14/brifingta-nind-y-m-s-l-l-r-araldy-2504969

 
 
 
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: