+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
16 Сентябрь 2021, 17:01

Ҡороғорвирус һәм балалар

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡыу башланғас төбәктә уҡыусылар араһында коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр артыуы тураһында белдергәйне. 

Ҡороғорвирус һәм балалар
Ҡороғорвирус һәм балалар

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса бөгөнгә республикала  322 балала был диагноз раҫланған. Уларҙың 89-ы ковид госпиталдәрендә дауалана. 

Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы 314 кешелә COVID-19  булыуы асыҡланған, 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тиҙҙән һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар ҙа артыр инде. Һаҡланғанды Аллаһ һаҡлар, тигәндәй, һаҡланайыҡ, һауа торошона ярашлы кейенеп йөрөү, өшөмәү, кәйефтең һәйбәт булыуы, йәмәғәт урындарында битлек кейеү, дөрөҫ туҡланыу сир йоҡтормаҫҡа ярҙам итер.

Фото: 1prof.by

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: