+25 °С
Ясно
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
22 Сентября 2021, 07:05

Смузи – витамин сығанағы

Смузи – блендерҙа ваҡланған еләк-емеш, йәшелсәләрҙән яһалған ҡуйы эсемлек.

Смузи – витамин сығанағыСмузи – витамин сығанағы
Смузи – витамин сығанағы

Уға һөт, һут, боҙ, туңдырма өҫтәлгән булырға мөмкин.

Әгәр ҙә был файҙалы тәмлекәсте яһағанда төп ҡағиҙәләрҙе үтәһәк, коктейль организмға тик ыңғай йоғонто яһар, уны витаминдар һәм энергия  менән байытыр. Шулай итеп, смузи яһауҙың төп ҡағиҙәләре: витаминдарҙың күп өлөшөн смузиға йәшел ингредиенттар – шпинат, салат япраҡтары, бөтнөк, петрушка, авокадо, ҡыяр, киви бирә. Аҡһымдар ҙа өҫтәргә була, улар – һөт аҙыҡтары, сәтләүектәр. Шәкәрҙе алмаштырған баллы емеш-еләк, мәҫәлән, банан, манго, груша һалырға була. Бер ҡашыҡ бал һалырға ла мөмкин.

Табиптар организмға күберәк файҙаһы булһын өсөн был эсемлекте көндөң тәүге яртыһында эсергә кәңәш итә. Шуны ла белеп ҡуйығыҙ, яңы әҙерләнгән смузи ғына файҙалы, яһалып оҙаҡ ҡулланылмаһа, кислород һәм яҡтылыҡ тәьҫирендә витаминдар үлә. Уны ҡулланыу буйынса сикләүҙәр юҡ, әммә һәр нәмәлә сама белеү кәрәк. Тиҙҙән ҡыш та етер, витаминдар запасын тулыландырыу өсөн бер-нисә смузи варианттарын тәҡдим итәбеҙ:

мандарирн+алма+банан;

хөрмә +һоло киҫәктәре (хлопья)+йогурт;

груша+имбирь+һөт+сироп;

банан+хөрмә емеше (финик)+дәрсен+һөт.

Фото: madeindream.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас