+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
10 Октябрь 2021, 13:45

Бер тәүлектә күпме һыу эсергә?

Шыйыҡса күҙәнәктәргә витамин һәм микроэлементтар “ташый”, нерв, йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшсәнлегендә ҡатнаша, ашҡаҙан системаһын яйға һала.

Бер тәүлектә күпме һыу эсергә?
Бер тәүлектә күпме һыу эсергә?

Ғалимдар ҡартайыуҙы күҙәнәктәрҙәге һыу күләменең кәмеүе менән аңлата.

Һыуҙы күпме эсергә һуң? Ауырлығы 70 килограмм булған кешегә тәүлегенә 2 литрлап. Организмдың һәр килограммына 30 миллилитр шыйыҡса кәрәк. Һыу эсеүҙең дә тәртибе бар. Атлап барған ерҙән шешә ауыҙынан ашыҡ-бошоҡ эсмәгеҙ. Табиптар әйтеүенсә, һәр иртәне  бер-ике стакан һыу менән башлаһағыҙ, бик һәйбәт булыр. Эҫелә  ныҡ һалҡын һыу эсергә ярамай. Ул тамаҡҡа ғына бәреп ҡалмай, ә ашҡаҙан системаһын да эштән сығара, бигерәк тә йылы аш ашағандан һуң.

Фото: profile.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: