-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
13 Октябрь 2021, 11:25

Иммунитетты нығытыу серҙәре

Ҡышҡа ингәндә, ҡаты һалҡындар башланыу менән йүткерә-сөскөрә башлағансы имунитетты нығытыу яғын ҡарағыҙ.

Иммунитетты нығытыу серҙәре
Иммунитетты нығытыу серҙәре

Ныҡлы иммунитет  үпкәгә һалҡын тейеүҙән, тымау төшөүҙән, йүтәлдән һаҡлар.

Шуға ла иммунитет өсөн нимә кәрәклеген иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: прополис, алоэ, имбир, лимон һәм әлбиттә – бал. Бер нисә кәңәшкә иғтибар итегеҙ әле.

*Ике ҙурыраҡ лимонды алып һутын һығабыҙ, шул уҡ күләмдә бал ҡушып саҡ ҡына утта йылытып алабыҙ. Ҡатнашманы берәр аҙна дауамында, иртәнге яҡта эсергә.

*1 стакан бал, 50 грамм имбир тамыры, 1 лимон алабыҙ. Лимонды ҡабығы менән бергә ҡырғыстан ыуабыҙ, имбирҙы әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Өҫтөнә бал һалып яҡшылап бутайбыҙ ҙа банкаға тултырып, ике айға ҡараңғы һәм һалҡынса урынға төнәтергә ҡуябыҙ. Масса әҙер булғас, көнөнә 3 аш ҡалағы эсергә кәрәк.

*Алоэ һутын һәм шыйыҡ бал алабыҙ. Күләме 1:1 булырға тейеш. Һәйбәтләп бутап ашағандан һуң көнөнә 3 тапҡыр бер бал ҡалағы эсәбеҙ.

*Бер лимон һәм бер баш һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һыуға һалып 3-4 көн ҡараңғы урында төнәтәбеҙ. Иммунитетты нығытыу өсөн бер ай дауамында 1 аш ҡалағы эсергә кәрәк.

*Һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп, 1:1 күләмендә балға ҡушып бутайбыҙ. Ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр бер бал ҡалағы ҡабабыҙ. Артынан йылымса һыу эсеп ҡуйырға онотмағыҙ.

Фото: yandex.by

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: