+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
13 Октябрь 2021, 13:53

Тәмәке тартаһыңмы? Cмокелайзер әйтер

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, вице-премьер Татьяна Голикова ҡушыуы буйынса уҡыусыларҙың тәмәке тартыу-тартмауын тикшереү планлаштыра. Әле быны профилактик медицина тикшереүе программаһына индереү мәсьәләһен ҡарайҙар.

Тәмәке тартаһыңмы? Cмокелайзер әйтер
Тәмәке тартаһыңмы? Cмокелайзер әйтер

 Медицина хеҙмәткәрҙәре уҡыусының тартҡанмы-юҡмы икәнен белер өсөн смокелайзер тигән приборҙы ҡулланасаҡ.

Тәмәке тартыу - бик насар, әлбиттә. Һәр мәктәптә тиерлек йәшенеп тартҡан малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа барлығын белеп торабыҙ. Хәҙер вейп, йәғни электрон сигарет тотоп, төтөн борҡотоп йөрөүсе үҫмерҙәр ҙә осрай. 

 Атай-әсәйҙәрҙең яуаплылығын көсәйтеү маҡсатында медицина тикшереүе ваҡытында балаһының никотин ҡулланыуы асыҡланһа, уларға штраф һалыуҙары бар. Тейешле ведомстволарға был турала алдағы йылдың майына тиклем саралар ҡабул итергә ҡушылған.

Фото: afisha7.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: