+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
20 Октябрь 2021, 10:55

Һөт эс, ауырымаҫһың!

Һөт аҙыҡтарында тештәр һәм һөйәктәрҙе нығытыр өсөн күп кальций барлығын бөтәгеҙ ҙә белә инде. Уның тағы ниндәй файҙаһы бар икән?

Һөт эс, ауырымаҫһың!
Һөт эс, ауырымаҫһың!

* Һөт аҙыҡтарында 250-гә яҡын файҙалы элемент бар. Ул аҡһымдарҙан, 25 төрлө минераль тоҙҙан, 12 витаминдан, 10 ферменттан, 18 майлы кислотанан тора.
* Ундағы аҡһымдарҙа организм эшен яйға һал­ған матдәләр тиҙ үҙләштерелә, һөт иммунитетты нығыта.
* Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, рационда йогурт, сыр һәм һөт ҡулланыу үпкә, бөйән, аналыҡ муйыны яман шештәре менән сирләү ихтималлығын кәметә.
* Һөттәге туҡлыҡлы элементтар мейе күҙәнәктәрендәге матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә. Ғалимдарҙың тәжрибәһенән күренеүенсә, даими рәүештә һөт эсеүселәрҙең логик фекерләүе, хәтере яҡшыра.
* Калийға ла бай ул. Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, тамырҙар көбөн нығыта.

Фото www.instagram.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: