+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
9 Ноябрь 2021, 09:00

Балалар онкологияһы үҙәге буласаҡ

Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров социаль селтәрҙә ошондай пост урынлаштырған:

Балалар онкологияһы үҙәге буласаҡ
Балалар онкологияһы үҙәге буласаҡ

“Онкология менән сабыйҙар ауырығанда һәр ваҡыт ғәҙелһеҙлекте тояһың. Йыл һайын тиерлек республика табиптары 17 йәшкә тиклемге балаларҙа 130-ға яҡын яман шеш ауырыуын асыҡлай, ә диспансер күҙәтеү аҫтында ғына 850-нән артыҡ улар. Шуға күрә әлеге вазифамдың беренсе көнөнән үк республикала Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге кәрәк, тип уйлайым. Ауырыу кешене консультация һорап йәки операцияға Мәскәүгә ебәрә алабыҙ, әммә өйҙөң стеналары ла ярҙам итә, тиҙәр бит. Ошоға бәйле беҙ бындай онкоүҙәктең тулы проектын эшләнек, федераль финанслауға ирештек. Оҙаҡ, әммә кәрәкле процедураларҙан һуң беҙ майҙансыҡҡа сыҡтыҡ.

Балалар онкологяһы һәм гематология үҙәген Республика клиник дауаханыһанан алыҫ түгел генә ерҙә төҙөйәсәкбеҙ. Проект буйынса 7 ҡатлы бина буласаҡ, дөйөм майҙаны – 17762 квадрат метр, шул иҫәптән 10 ятаҡҡа иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, 10 урынлыҡ иммунология блогы, 31 урынлыҡ онкология, 31 урынлыҡ гематология, 7 урынлыҡ реанимация һәм интенсив терапия, 6 урынлыҡ һөйәк елеген трансплантациялау бүлектәре, ике урынға иҫәпләнгән операция блогы, трансфузиология хеҙмәте менән криоһаҡлағыс, лаборатория инәсәк. Был беҙҙең балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә һиҙелерлек ярҙам булыр, тип ышанам”.

Фото: ufa.octagon.media                                            

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: