+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
9 Ноябрь 2021, 09:30

Тимер етмәһә...

Организмға тимер етмәүен кеше һиҙмәй ҙә.

Тимер етмәһә...
Тимер етмәһә...

Ләкин ундай ваҡытта талсығыу, аппетит юғалыу, тиҙ арыу күҙәтелә. Ҡандағы тимер күләмен махсус анализ аша ғына белеп була. Әлбиттә, кеше дөрөҫ туҡланһа, организмға ул етерлек күләмдә керә. Был уңайҙан айырыуса  һыйыр ите ашау файҙалы. Шулай уҡ тимер ҡош итендә, балыҡта ла күп. Диңгеҙ кәбеҫтәһе, сейә, шафталы, кипкән инжир емеше, йомортҡа һарыһы, йәшел төҫтәге йәшелсәләр тимер үҙләштереүҙе яҡшырта.

Табиптар фекеренсә, ит ашамаусыларға тимергә бай препараттар эсергә кәрәк. Ләкин уларҙы табип менән кәңәшләшмәйенсә ҡабул итергә ярамай. Организмға тимер етмәгәндә тырнаҡтар икеләнә, сәстәр ҡойола, тән тиреһе ағара, ҡорой, ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тышсаһы ялҡынһына, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары башланыуы бар, кеше йонсой, аппетит юғала, йоҡо боҙола, хәтер насарая, фекер туплап булмай, ә балаларға тимер етмәһә, улар үҫмәй.

Фото: drugs-store.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: