+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
10 Ноябрь 2021, 11:38

ТикТокта күп ултырһаң, ауырыуға һабышырһың

Хәҙер бәләкәй балаларҙың да ҡулында - уйынсыҡ урынына телефон, тиһәң дә була. Әсәләренең телефонын һорап, арттарынан эйәреп илап йөрөйҙәр. Ҡайһы бер әсәйҙәргә был ҡулайҙыр ҙа инде, бәлки. Әммә видеоларҙың һаулыҡҡа зыянлы икәнен аңлап торабыҙ. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта киң танылған ТикТоктағы бер-береһен алмаштырып килгән ҡыҫҡа-ҡыҫҡа мәғәнәһеҙ яҙмалар насар тәьҫир итә. ТикТок геройҙары нимә генә ҡыланмайҙар бит? Уларға һүгенеү ҙә бер ни тормай.  Белгестәр шуға иғтибар иткән: блогерҙарҙың “tourette” тигән хэштег менән һалған видеоларын ҡарағандан һуң күп балалар ҡыҙыҡ күреп уларҙы эләкләй башлай икән. 

ТикТокта күп ултырһаң, ауырыуға һабышырһың
ТикТокта күп ултырһаң, ауырыуға һабышырһың

Баштарын, ҡулдарын, аяҡтарын бер туҡтауһыҙ ҡыбырҙатыумы, бер һүҙҙе ҡабатлап йөрөүме, ҡаш һикертеү, бүтән төрлө ҡыланыуҙармы шунда. Ҡабатлап йөрөй торғас, был балаларҙың ғәҙәтенә инеп китә. Бүтәндәр алдында ла үҙҙәре лә һиҙмәҫтән шулай ҡылана башлайҙар. Был бигерәк тә үҫмер ҡыҙҙарҙы борсоуға һала, нервылары ҡуҙғыуға килтерә, тиҙәр. 

ТикТок ҡушымтаһында файҙалы видеолар ҙа барҙыр, әммә күптәр уйланырға мәжбүр иткән, һәйбәт мәғлүмәт биргән яҙмаларға ҡарағанда еңел-елпене ҡарарға ярата шул.

Фото: chopl.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: