+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
16 Ноябрь 2021, 13:53

Ҡороғорвирусҡа ҡағылышлы яңылыҡтар

16 ноябрҙән вакцина эшләтеү тураһындағы сертификаттың ҡағыҙ вариантын Күп функциялы үҙәктәрҙән алырға мөмкин буласаҡ. Кемдәр Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлмәгән, кемдәр сертификатты үҙҙәре баҫтырып ала алмай - улар өсөн һәйбәт яңылыҡ. 

Ҡороғорвирусҡа ҡағылышлы яңылыҡтар
Ҡороғорвирусҡа ҡағылышлы яңылыҡтар

Был шулай уҡ вакцина эшләтергә ярамаған һәм covid-19 менән ауырыған граждандарға ла ҡағыла. 

Икенсенән, Һанлы үҫеш министрлығында сертификатҡа уның эйәһенең фотоһын өҫтәү тураһында һүҙ булған икән. Әлеге ваҡытта йәмәғәт урындарына, сауҙа үҙәктәренә ингәндә вакцина эшләтеүең тураһында сертификат менән бергә паспортты ла күрһәтергә кәрәк. Ә был ҙур сираттар барлыҡҡа килтерә. Фото ҡуйылһа, паспортты күрһәтеү кәрәкмәйәсәк, тиҙәр. Әйткәндәй, тиҙҙән Дәүләт Думаһы ҡороғорвирус менән бәйле ике ҡанун проектын ҡараясаҡ: йәмәғәт урындарына ингәндә, йәнә тимер юлы һәм һауа транспорты менән файҙаланғанда мотлаҡ OR-код күрһәтеү кәрәклеге тураһында.

Тағы бер яңылыҡ: кисә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова белдереүенсә, бынан һуң коронавирусҡа анализдар лабораторияға 24 сәғәт эсендә барып етергә тейеш. Кешенең инфекция йоҡтороуын 24 сәғәт эсендә асыҡлау, ысынлап та, мөһим.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: