-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
21 Декабрь 2021, 11:02

Иммунитетың ныҡ булһын, тиһәң...

Ҡыш – һәр беребеҙҙең, бигерәк тә балаларҙың, һаулығы өсөн ҡатмарлы осор. Һалҡын көндәр етеү менән төрлө ауырыуҙарға, вирустарға бирешеүсәнбеҙ. Ҡышҡыһын иммунитетым көслө, шәп булһын, тиһәң, түбәндәге кәңәштәрҙе үтәргә тырыш.

Иммунитетың ныҡ булһын, тиһәң...
Иммунитетың ныҡ булһын, тиһәң...

Йыш хәрәкәтлән. Лейкоциттарҙың әүҙемлеге күтәрелер, организмың бөтә көсөн һалҡын тейеү менән көрәшергә йүнәлтер. Көн тәртибеңдә  йүгереү, гимнастика, фитнес һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә урын ҡалдыр. Иң мөһиме - ул күңелеңә яҡын булһын. Артығынан күп шөғөлләнеп, иммунитетыңа зыян яһай күрмә!

Витаминдар комплексын ҡуллан. Мультивитаминдар ҡулланыу иммун системаһын нығыта, организмдың тонусын күтәрә. Улар ярҙамында ауырыу еңелерәк үтә, өҙлөгөү булмай.

Көн тәртибең булһын. Организмың төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тора алһын, тиһәң, көн тәртибен теүәл үтәргә тырыш. Тәүлегенә 8 сәғәттән дә кәм йоҡлама, туҡланыу ҙа айырым бер ваҡытта ғына булырға тейеш. 

Сыныҡ. Һалҡынға өйрәнеү, бирешмәү өсөн бассейнда йөҙөү, һыу менән ҡойоноу, контраст душ кереү файҙалы. Әммә сынығыуҙы әкренләп кенә башларға кәрәк. Шунда уҡ эҫе һыу менән һалҡынды аралаштырырға ярамай. Иң мөһиме – һыу температураһын әҙләп кенә, организмыңа яраҡлаштырып ҡына түбәнәйтергә кәрәк.

Дөрөҫ туҡлан. Иммун системаһы дөрөҫ эшләһен өсөн уға витамин һәм микроэлементтар кәрәк. Шуға ла (бигерәк тә вируслы ауырыуҙар осоронда) яҡшы туҡланыу зарур. Һоло бутҡаһы, составында Омега 3 күп булған төрлө балыҡ ризыҡтары, йәшелсә һәм емеш-еләк рационда мотлаҡ булырға тейеш.

Фото: https://yandex.ru/images/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: