+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
30 Декабрь 2021, 13:06

Ҡороғорвирус хушлашырға ашыҡмай

2021 йылдың аҙағында ҡороғорвирустың "омикрон" штаммы тарала башлағайны. Ул тиҙ генә кешенән кешегә йоға, шуның менән хәүефле лә. Бөтә планетаны ялмап, "дельта" штаммын ҡыҫырыҡлап сығарыуы ла бар. 

Ҡороғорвирус хушлашырға ашыҡмай
Ҡороғорвирус хушлашырға ашыҡмай

Ҡороғорвирустың был төрө менән балалар күпләп ауырый икән. Билдәләре һыуыҡ тейҙереп ауырыуға оҡшаш. Ныҡ йоғошло. Ауырып китһәң, мотлаҡ COVID-19-ға анализ тапшырырға кәрәк. 

Әйткәндәй, 2022 йылдың 15 ғинуарынан Рәсәйҙә ҡороғорвирусҡа ҡаршы танауға һала торған вакцинаны һынау башланасаҡ. Ул "омикрон"ға ҡаршы һөҙөмтәле буласаҡ, тиҙәр.

Фото: sevastopol.bezformata.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: