+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
4 Ғинуар 2022, 16:10

Әгәр ҙә һытҡылар йонсотһа...

Үҫмер саҡта йыш ҡына биткә һытҡылар сығып йонсота. Уларҙан ҡотолоу өсөн еңел генә эшләнә торған, шул уҡ ваҡытта арзан да булған битлек тәҡдим итмәксебеҙ.

Әгәр ҙә һытҡылар йонсотһа...
Әгәр ҙә һытҡылар йонсотһа...

Лимон һәм аспирин таблеткаһының ҡушымтаһы бактерияларға ҡаршы бик яҡшы һөҙөмтә бирә, биттәге бысраҡтарҙы таҙарта һәм уларҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән микробтарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Тик ҡулланыр алдынан ҡул һыртығыҙға һөртөп тикшереп ҡарарға онотмағыҙ.

Лимон һутын һығып алырға һәм  4 аспирин таблеткаһы менән бутарға кәрәк. Паста кеүек масса килеп сығырға тейеш. Әҙер битлекте биткә һөртөп 10-15 минут тоторға кәңәш ителә. Аҙаҡ йыуып төшөрөргә.

Был битлекте аҙнаһына ике тапҡыр эшләһәгеҙ, битегеҙҙәге һытҡылар күҙгә күренеп кәмейәсәк.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: