-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
7 Ғинуар 2022, 08:55

Ҡояш витамины

Д витаминын халыҡ телендә шулай тип атайҙар. Сөнки был витаминды организм ҡояштан ала, шуға ла саф һауала йышыраҡ йөрөргә кәңәш ителә.

Ҡояш витамины
Ҡояш витамины

Д витамины һөйәктәр һәм тештәр ныҡ булһын өсөн кәрәк. Шулай уҡ онкологияны киҫәтә, сезонлы инфекциялы ауырыуҙар йоктороуҙан һаҡлай. Организмына был витамин етмәгән осраҡта, кеше йыш һалҡын тейҙерә, тиҙ арый, кәйефе төшә, депрессияға бирелеүсән була. Шулай уҡ мускулдары, быуындары һыҙларға мөмкин.

Туҡланыу рационында кәзә һөтө, йомортҡа һарыһы, аҡ май, ҡаты сыр, балыҡ майы, треска бауыры, горбуша йәки башҡа майлы балыҡтар кеүек ризыҡтарҙы даими ҡулланыу ҙа был витаминдың организмда етерлек кимәлдә барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: