+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
12 Ғинуар 2022, 10:33

Һаҡ булығыҙ: омикрон!

Эйе, нәҡ шулай, омикрон да омикрон, тип Яңы йылға тиклем үк һөйләй башлағайнылар бит. Кисә Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова тағы был турала иҫкәртте.

Һаҡ булығыҙ: омикрон!
Һаҡ булығыҙ: омикрон!

Коронавирустың яңы штаммы ныҡ йоғошло, тип ҡурҡыталар. Ҡаршы торорға әҙер генә булырға кәрәк. Анна Попова әйтеүенсә, әгәр санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәмәһәк, сирҙе йоҡтороусылар һаны тәүлегенә 100 мең кешегә етеүе ихтимал. Әле илдең 13 төбәгендә - Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта, Ростов өлкәһендә, Пермь крайында, Мурманск, Ленинград, Орлов, Ырымбур өлкәләрендә һәм Башҡортостан Республикаһында омикрон штаммының 305 осрағы теркәлгән. Сирҙең был төрөн йоҡтороусылар икенсе тәүлегенә үк бүтәндәргә йоҡтороуы бар, ә билдәләре өсөнсө көнөнә генә беленә башлай икән. Бына шундай мәкерле штамм.

Ҡороғорвирус менән ике йыл көрәшәбеҙ инде, һаҡланыу сараларын да беләбеҙ, тик уларҙы теүәл үтәргә, инҡар итмәҫкә кәрәк. Ауырыу килеп эләкһә лә,уны еңеп сығырға насип итһен Хоҙай.

Фото: cmd74.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: