+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
12 Ғинуар 2022, 15:43

Гранаттың файҙаһы ҙур

Ҡып-ҡыҙыл булып өлгөргән, һутлы, татлы гранат емешен яратмаған кеше һирәктер. Ә һеҙ уның һаулыҡ өсөн әллә күпме файҙаһы бар икәнен белә инегеҙме?

Гранаттың файҙаһы ҙур
Гранаттың файҙаһы ҙур

Гранат - гипертониктар өсөн ысын табыш, сөнки улар организмға ауырлыҡ килтермәй генә артериаль ҡан баҫымын бик йомшаҡ төшөрә, ҡан әйләнешен яҡшырта. Ә гранат емешенең киптерелеп сәйгә ҡушылған элпәләре нерв системаһын тынысландыра,  төнгө йоҡоно яйға һалырға булышлыҡ итә.

Ул элек-электән аҙҡанлылыҡ менән көрәшеү сараһы булараҡ билдәле. Анемия менән интегеүселәргә 2 ай дауамында һыу менән ҡушылған гранат һутын көнөнә 3 тапҡыр, ашарға 30 минут ҡалғас, яртышар стакан эсеү ҙә ярҙам итә. Катарактанан һәм баш мейеһе ауырыуҙарынан да сихәте бар. 

Ангина, фарингит һәм шулай уҡ стоматит булғанда ла тамаҡты һәм ауыҙ эсен гранат ҡабығы ҡайнатылған һыу йәки гранат һуты менән сайҡатыу файҙалы. Дуплау матдәләре (дубильные вещества) ауыртыуҙы баҫа, ә органик кислоталар инфекцияны юҡ итә.

Диабет менән ауырыусылар өсөн был емеш - иң кәрәкле татлы ризыҡтарҙың береһе. Ашар алдынан көнөнә дүрт тапҡыр берәр балғалаҡ йотоп ҡуйылған гранат һуты ҡандағы шәкәр миҡдарын ярайһы уҡ кәметә.

Ә бына ул аш эшкәртеү процессын нормалләштереүҙә ярҙам итһә лә, гастрит менән ауырығандарға гранат ашарға кәңәш ителмәй. Шулай уҡ гранат һуты тештең эмаленә зыян итергә мөмкин, уны эскәндән һуң мотлаҡ ауыҙҙы сайҡатырға кәрәк.

Әҙ генә ҡыҙҙырып төйөлгән һәм зәйтүн майы йәки аҡ май ҡушылған гранат ҡабығы – бит тиреһе майлы, бетсәле булғандарға бик шәп сара. Ә киптерелгән гранат ҡабығынан яһалған порошок менән бешкән, ярылған һәм һыҙҙырылған урындарҙы дауалау һөҙөмтәле.

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: