+15 °С
Дождь
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
4 Февраля 2022, 06:45

Сирләүселәр күп

Һуңғы биш көндә республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны арта. Аҙаҡҡы тәүлектә тағы 1 мең 492 кешелә сир булыуы асыҡланған.

Сирләүселәр күпСирләүселәр күп
Сирләүселәр күп

Әле республикала 8 мең кеше ҡороғорвирус менән ауырый. Быны 2021 йылдың октябренә тиңләштерергә була. Әлеге ваҡытта грипп менән, һыуыҡ тейҙереп сирләүселәр ҙә күп. Көндәр ҙә еүеш, йылы тора шул.

Ҡатмарлы эпидемиологик хәл айҡанлы, Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты дистанцион уҡытыуға күсте. Бөгөндән Баймаҡ ҡалаһының бөтә мәктәптәре һәм шулай уҡ райондың өс белем усағы уҡыусылары ла өйҙән уҡый.

Әйткәндәй. Япония ғалимдары, медицина битлеге кеймәй йөрөгән кешеләрҙең сирлеләрҙән "омикрон"ды йоҡтороу хәүефе 100 процент самаһы, тип белдергән. "Дельта" штаммына ҡарағанда, "омикрон" 1,5 тапҡырға йоғошлораҡ икән. 

Фото: medportal.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас