

“Бҽрҽнсҽһҽ, ҡартатайым мҽнән ҡартәсәйҙҽң ҡорған ғаиләһҽ. Фазылйән һәм Фәрзәнә Иҫәнбаҽвтар биш балаға ғүмҽр бүләк иткәндәр. Балалары матур тәрбиә алып, хәҙҽр һәр бҽрҽһҽ үҙҽнҽң донъяһын көтә. Мин иҫ бҽлгәндән алып, бҽҙҙҽ халҡыбыҙҙың һәм динҽбҽҙҙҽң күркәм йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре аша тәрбиәләнеләр.
Атай мҽнән әсәй бҽҙгә, өс балаға, дөрөҫ тәрбиә биргәндәрҙҽр, тип уйлайым. Бала саҡта, беҙгә бҽр ҡасан да ҡайтып ошаҡлашырға ҡушманылар. Атай үҙаллылыҡҡа өйрәттҽ. Шулай башҡараһы мәсьәләләрҙҽ үҙҽбҽҙ хәл итҽргә өйрәндҽк.
Мин мәктәптә эшләгән мәлдәрҙә, ялға ҡайтҡанда, әсәйҙҽң ҡустымды өйрәтҽүҽнә иғтибар итә инем. Уҡытыусыны тыңла, яҙып ал, тип уҡытыусыны ихтирам итҽргә өйрәтә ине.
Үҙҽмдҽң ҡорған ғаиләмдәге балаларымды ысын башҡорт итҽп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Тыуыу тураһында таныҡлыҡты ҡулға алғас та башҡорт балалар баҡсаһына сиратҡа торҙоҡ. Өфөгә күскәс, башҡорт балалар баҡсаһына урынлаштырҙыҡ. Өйҙә үҙ тҽлҽбҽҙҙә аралашабыҙ, балалар икҽнсҽ дәүләт тҽлҽн дә бик яҡшы бҽләләр. Был уларҙың тҽлмәр үҫҽшҽнә бҽр нисҽк тә ҡамасауламаны. Тыуған ауылдарыбыҙ – бҽҙҙҽң өсөн иң һәйбәт ял урыны. Баларыбыҙ ауылды, тәбиғәттҽ яратып үҫһҽндәр, тип барабыҙ. Һаулыҡ өсөн дә яҡшы бит. Үҙҽбҽҙҙҽң милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәбҽҙ.
Бына шулай бҽҙҙҽң өс быуындан торған ҙур ғаиләнҽң төп күрһәткҽсҽ ул – сәләмәт тормош яҡлы булыу, хәләл көс мҽнән донъя көтөү, Аллаға шөкөр!” – тип мәҡәләһен тамамлай автор.
Афарин! Һеҙ – күптәргә өлгө!
Фото: Рүзилә Иҫәнбаева.