+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Сәләмәт булайыҡ!

Яҙ етеү менән һалҡын тейҙереп ауырыусылар һаны бермә-бер арта. Был ваҡытта организм хәлһеҙләнә, ҡышҡа тип йыйған витаминдар запасы бөтә,иммунитет ҡаҡшай. Бынан тыш, яҙ ҡояшы йылмая башлау менән күптәребеҙ еңелсә кейемдәргә күсә. Һауа торошоноң әлегә алдаҡсы булыуын иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ ине.

Сәләмәт булайыҡ!Сәләмәт булайыҡ!
Сәләмәт булайыҡ!

Һалҡын тейҙереп ауырымаҫ өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:

- йылы кейенеү генә етмәй, өйҙә һәм эштә санитар-гигиена талаптарын да теүәл үтәргә кәрәк. Ауырыу кеше менән аралашҡандан һуң ҡулығыҙҙы һабынлап йыуырға онотмағыҙ;

- йоҡо бүлмәһен һәм эш өҫтәлен еүеш сепрәк менән йышыраҡ һөртөгөҙ;

- ауырыу кеше янында ғына түгел, халыҡ күп йыйыла торған башҡа урындарҙа ла битлек кейеү хәйерле. Тик уны алыштырып торорға онотмағыҙ;

- бүлмәгеҙҙе көнөнә өс-дүрт тапҡыр 15-20-шәр минут елләтегеҙ;

- тәүлегенә 7-8 сәғәт йоҡо, саф һауала йөрөү һәм физик күнегеүҙәр тураһында ла онотмағыҙ;

- табиптар С витаминына бай емеш-еләк ашарға кәңәш итә.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text=%D0

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас