+27 °С
Ясно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
8 Апреля 2022, 08:50

Ишмырҙалар сәләмәтлек яҡлы!

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы балалары китапханасыһы Ләлә Теләүсина һәм мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Гүзәл Ғөбәйҙуллина "Мин сәләмәтлек яҡлы"исемле кисә ойошторған. Был сарала төрлө йәштәге балалар ихлас ҡатнашҡан.

Ишмырҙалар  сәләмәтлек яҡлы!Ишмырҙалар  сәләмәтлек яҡлы!
Ишмырҙалар сәләмәтлек яҡлы!

Башта апайҙары уҡыусыларға сәләмәтлектең әһәмиәте тураһында һөйләгән. Аҙаҡ саф һауаға сығып, балалар төрлө физик күнҽкмәләр эшләгән. Тағы ла ата-әсәләре бәләкәй саҡтарында уйнаған башҡорт халыҡ уйындарын да ихлас уйнап, рәхәтләнеп ял иткәндәр. Сәмле, күңелле уйындарҙан һуң балалар тәмлекәстәр менән бүләкләнеп, саранан ҡәнәғәт булып өйҙәренә таралышҡан.

Бына шундай бик матур кисә уҙған Ишмырҙала. 

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Ишмырҙалар  сәләмәтлек яҡлы!
Ишмырҙалар сәләмәтлек яҡлы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас