+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаулығың - байлығың
11 Апреля 2022, 06:55

Һыу - баш ауыртыуынан дауа

Бер стакан таҙа һыу эсеп, баш ауыртыуынан ҡотолоп булыуын белә инегеҙме? Кеше организмы шул рәүешле шыйыҡлыҡ етмәүе хаҡында сигнал бирә икән. Баш ауыртыуынан йонсоһағыҙ, дарыуға үрелергә ашыҡмағыҙ! Тәүҙә һыу эсеп ҡарағыҙ, 15-20 минуттан ауыртыу баҫылырға тейеш.Әлбиттә,табип менән кәңәшләшергә лә кәрәк.

Һыу - баш ауыртыуынан дауаҺыу - баш ауыртыуынан дауа
Һыу - баш ауыртыуынан дауа

Ҡан баҫымын төшөрөү өсөн, имбирь сәйе эсегеҙ.

Ә гөлйемеш сәйен эсеү күҙҙәр өсөн дә файҙалы.

Әгәр ҙә тәнгеҙҙе бешерһәгеҙ, ул урынға тиҙ арала боҙ ҡуйырға йә иһә 2-3 минут һалҡын һыу аҫтында тоторға кәңәш ителә. Унан һуң бешкән урынға бал һөртөп ҡуйырға онотмағыҙ.

Фото: https://homeopat-classic.ru/phot

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас