

Ғалимдар фекеренсә, еләк-емештәр беренсе урынды биләй. Улар йөрәк- ҡан тамырҙары, аш һеңдереү системалары эшмәкәрлеген яҡшырта.
Сәтләүектәр витаминдар, минералдар, аҡһымдар, майҙарға бик бай. Уларҙы көн һайын рационға индереү — йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, анемия, күҙ ауырыуҙарынан иҫкәртеү ҙә ул.
Һуған менән һарымһаҡ организмдың иммун системаһын нығытыу өсөн файҙалы. Һалҡын тейҙергәндә микробтарҙың таралыуына юл ҡуймайҙар.
Йәшелсәләрҙән шпинат менән салат япрағы витаминдарға байлығы буйынса тәүге урынды биләй. Унан кәбеҫтә менән кишер килә. Кәбеҫтәнең тоҙланғаны ла файҙалы. Балыҡ ҡан тамырҙары системаһына, йөрәккә яҡшы йоғонто яһай. Ашҡаҙан, биҙ ауыртыуы, артыҡ ауырлыҡ менән яфаланыусыларға ла ашарға кәңәш ителә. Мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, йәрәхәтте тиҙ уңалта, яман шеш күҙәнәктәре үҫешенә ҡаршы тора.
Йомортҡа ашау организмды таҙарта, холестерин һәм башҡа зыянлы әйберҙәрҙе сығара, майҙы ҡыуа. Мускулдар, ашҡаҙан, эсәктәр, нервы системаһы өсөн дә һәйбәт.
Һөттә кальций булғанлыҡтан, уны эсеү һөйәктәрҙе, теште, сәсте нығыта.
Йәшел сәй атероскероз, шәкәр диабеты, гипертония, күҙ сирҙәренән дауа.
Мәғлүмәт «Башҡортостан календары»нан алынды.